Вторник, 03 декабря 2019 10:49

Тематик иртәлек «Әсәкәйем - күҙ нурым»

Автор  Телямбитова З. Я., библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

Ҡаланың башҡорт балалар баҡсаһы күп йылдар инде Д. Юлтый исемендәге китапхана менән тығыҙ бәйләнештә эшләй."Тирмәкәй"ҙә эшләүсе тәрбиәселәр һәм балалар беҙҙе шатланып йылы ҡабул итәләр.

Был юлы ла Белорет ҡала башҡорт "Тирмәкәй" балалар баҡсаһында,"Бал ҡорттары"исемле уртансылар төркөмөндә, «Әсәкәйем - күҙ нурым" тип аталған тематик иртәлек үткәрелде һәм Әсәйҙәр көнөнә бағышланды.

Сара башҡорт балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның "Әсәйем" шиғыры менән башланып китте.

Берҙән-берем, күҙ нурым,тип
Һәр саҡ арҡамдан һөйә.
Сирләгәндә төн йоҡламай,
Зарыңды белә,көйә.
Кем һуң ул һинең өсөн?
Ул- һөйөклө әсәйем.

Әсәй ул- һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә "әсәй". Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйҙәребеҙҙе йылына ике тапҡыр ҡотларға мөмкинселек бар. Был сарана инде бындай бик матур көндөң килеп сығыу тарихын һөйләү менән башлап ебәрҙек.

Әсәйҙәргә бағышлап бик күп йырҙар, әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙылыуы, әсә кешенең ғаилә лә ниндәй роль уйнауы тураһында һөйләнелде.Балалар үҙ сиратында әсәйҙәренә нисек ярҙам итеүҙәре тураһында һөйләп киттеләр, әсәйҙәргә арналған яғымлы,иркә һүҙҙәрҙе һананылар, башҡорт һәм рус телендә һөйөү тулы шиғырҙарын яттан һөйләнеләр. Сара барышында китап күргәҙмәһенә лә байҡау яһалды, башҡорт балалар яҙыусыларының әсәйҙәргә арналған шиғырҙары уҡып ишеттерелде.

Сараны матурлап, әсәйҙәргә арналған презентация күрһәтелде, һәр кем уҙенең наҙлы әсәһенең һүрәтен эшләп тә ҡуйҙы.Сараны балалар менән бергә "Әсәй менән гөл ултырттыҡ» "йыры менән тамамлап, бәләкәстәргә ныҡлы һаулыҡ, тәрбиәсе апайҙары Орел Ғәсимә Рәшит ҡыҙына эштәрендә уңыштар теләп, киләһе осрашҡанға тиклем хушлаштыҡ.

Дополнительная информация

Прочитано 302 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии