Среда, 15 января 2020 05:02

Яныбай Хамматовҡа арналған юбилей кисәһе (Сермән китапханаһы)

Автор  Фахрисламова З. И., ведущий библиотекарь филиала № 45
Оцените материал
(0 голосов)

Бөгөн Яныбай Хамматовтың юбилей кисәһенә ауылдаштарҙы саҡырҙыҡ. Кисәне ҡурай моңо менән асты 7 синыф уҡыусыһы Хәйретдинов Вадим. Алып барыусы Яныбай Хамматов исемендәге Сермән моделле ауыл китапханаһы мөдире Фәхрисламова Зилә Истамғол ҡыҙы яҙыусаның тормош юлына һәм ижадына байҡау яһаны.

Яныбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Исмаҡай ауылында тыуа. Буласаҡ яҙыусы куп ауырлыҡтар күреп үҫә. Биш йәше лә тулмаҫ элек әсәһе Сәрбиямал донья ҡуя, һуңғараҡ – атаһы. Тәүҙә Исмаҡай башланғыс мәктәбендә уҡый, һуңынаң Инйәрҙә белем ала. Йәйге айҙарҙа иптәштәре менән алтын йыуып маташа. Инйәр мәктәбен тамамлағас, тыуған ауылына ҡайтып эш башлай.

һуғыш башланғас, 1942 йылда 17 йәшлек Яныбай хеҙмәткә китә. Тәүҙә уны Орск ҡалаһына уҡырға ебәрәләр, был уҡыу йортонан авиаспециалист булып сыға. Белемле егетте радист, механик, хәрби самолеттарҙың технигы итеп ҡуялар. Бөйөк Ватан һуғышынан Яныбай Хамматов 2-се дәрәжәле Ватан Ордены һәм бик күп медалдәр менән бүләкләнеп ҡайта. һуғыштан һүң тағы ла Әүжән алтын приискаһында эшләй. Шул уҡ ваҡытта йәш эшсе район газетаһына уҙенең тәүге мәҡәләләрен яҙып ебәрә.

Артабан Яныбай Хамматов Белорет комсомол райкомында инспектор, булек мөдире, беренсе секретарь булып эшләй, партия мәктәбендә уҡый, һәм педагогия институның тарих факультетын тамамлай. Партия һәм совет органдарында эшләй. Бик бай материалдар йыйылһа ла, Яныбай Хамматов яҙырға ашыҡмай. Тик 1965 йылда 40 йәше тулғас, яҙыусының тәүге китабы «Бөртөкләп йыйыла алтын» романы баҫылып сыға. Роман башҡорт әҙәбиәт донъяһына әйтерһең дә тылсымлы бер яҙғы күкрәү булып инә. Байтаҡ йылдар үткәс 1994 йылда Яныбай Хамматовҡа пенталогияһы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. Бөтә Союз күләмендәге әҙәби конкурста еңеп сығып, ВЦСПС һәм СССР яҙыусылар союзы премияһын ала.

Алды-ялды белмәй, үҙ-үҙен онотоп, күпме архив саңдарын йотоп, ул тарихи романдар яҙа. 1983 йылда «Төнъяҡ амурҙары» баҫылып сыға. Беҙҙең ауылдашыбыҙ композитор Заһир Исмәғилов эйтеүенсә, был әҫәр Лев Толстойҙың «Война и мир» китабына тиң. «Һырдарья», «Салауат». «Ҡара яу» романдары халҡыбыҙҙың тарихын дөрөҫ сағылдырыуы менән әһәмиәтле. «Башҡорттар китте һуғышҡа», «Комбриг Муртазин», «Тыуған көн» биографик романдары ла тарихы ваҡиғаларға таянып яҙылған.

Яныбай Хамматовтың әҫәрҙәре рус, украин, азербайджан телдәренә тәржемә ителгән. Яҙыусының вафатынан һуң донъя күргән китаптарының («Пасынок», «Карьера», «Агидель стремится к Волге») тәржемәсеһе әҙиптең ҡыҙы Гузәл ханым, рәссамы ейәнсәре Алһыу. 2008 йылдан беҙҙең китапхана ғорурланып Яныбай Хамматов исемен йөрөтә.

Береһенән-береһе көслөрәк тарихи ынйыларға бай, егермегә яҡын романы баҫылып сыҡҡан, беҙҙең хөрмәтле яҡташыбыҙға, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәренә, әлбиттә халыҡ яҙыусыһы исеме бирелер тип ышанабыҙ.

Сермән ауыл хәкимиәт башлығы Лилиә Вил ҡыҙы Сибагатова үҙенең сығышында, беҙҙең китапхана Яныбай Хамматовҡа халыҡ яҙыусыһын биреү инициативаһын хупланы. Шулай уҡ был мөрәжәғәткә ауыл аҡһаҡалдары Сиражетдинов Солтан Мосауир улы, Хәйретдинов Хәкимйән Ғилметдин улы ҡушылдылар.

«Урал» газетаһы журналисы шағирә Зөлфиә Сөләймәнова яҙған шиғырын, күп йылдар китапханала эшләгән коллегабыҙ Гөлнур Аҡмулла ҡыҙы Мусина уҡып ишеттерҙе. Осрашыуҙы йәнле бейеуе менән Агзамова Елена Николаевна биҙәһә, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Дәуләтова Зарема Нурислам ҡыҙы һәм Шакирова Гөлфиә Ғизитдин ҡыҙы йырҙар буләк иттеләр. Уҡыу залында мәртәбәле китап күргәҙмәһе ойошторҙоҡ. Китапханасы Саяхова Лира Мансур ҡыҙы күргәҙмәгә байҡау яһаны. Ҡәләм тибрәтеусе ауылдашыбыҙ Хәйретдинова Альбина Алсынбай ҡыҙы Яныбай Хамматовҡа арналған шиғырын һөйләне. Кисәгә халыҡ фольклор ансамбле «Хәтирә» йыр бүләк итте. Беҙҙең кисәгә Ҡағы ауыл китапханаһынан коллегаларыбыҙ ҡунаҡҡа килгәндәр ине. Улар һоҡланып, беҙгә эшебеҙҙә уңыштар теләп, бындай осрашыуҙар мөһим тип, һығымта яһанылар. Осрашыу «Хамматовҡа - халыҡ яҙыусыһы» тигән флешмоб менән тамамланды.

 

Дополнительная информация

Прочитано 193 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии