Суббота, 22 февраля 2020 08:47

Туған тел һәм Башҡортостан флагы Көнөнә арналған саралар үтте

Автор  Телямбитова З. Я., библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

Был көндө үткән сара ике өлөшкә бүлеп үткәрелде: беренсе өлөшө Халыҡ - ара туған тел һәм икенсе өлөшө Башҡортостандың флагы көнөнә арналынды. 21февраль- Халыҡ-ара туған тел көнөнә ҡарата"Үҙ телемдә Һөйләшәм, үҙ илемдә көн күрәм..."тип аталған интеллектуаль уйынында Белорет лицей-интернатының 2 класс уҡыусылары ҡатнашты һәм башҡорт теленә арналынды. Башҡорт теле - халҡыбыҙҙың иң ҡәҙерле,иң ҡиммәтле милли байлығы һәм хазинаһы. Ата-бабаларыбыҙҙың беҙгә ҡалдырған аманаты ла, ғәзиз бүләге лә ул.

Уҡыусыларҙы Халыҡ-ара туған тел Көнөнөң килеп сығыу тарихы менән таныштырғандан һуң, данлыҡлы,бөйөк шағирҙарыбыҙҙың тел тураһында яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙек. Р. Ғариповтың "Туған тел", Б. Бикбайҙың "Туған тел», З. Биишеваның "Башҡорт теле" һ. б. бик күп башҡорт шағирҙарының шиғырҙары яңғыраны.

Беҙҙең башҡорт телебеҙ иң нескә, иң татлы,иң яғымлы тел ул. "Беззең әҙәбиәтеҙҙе байытыусы,яҡтыртыусы,илһам биреүсе әҙиптәребеҙ туған телде иң ҙур бейеклектәргә күтәрәләр, беҙ ҙә үҙ телебеҙҙә һөйләшергә,уҡырға, уны һаҡларға тейешбеҙ!"- тип йомғаҡланыҡ был сара өлөшөн.

Сараның икенсе өлөшөндә инде 25 февраль- Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө тураһында ла ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр биреп кителде. Дәүләт флагының ниндәй төҫтәрҙән тороуын, ниндәй төҫ нимәне аңлатҡанын белеп үтте балалар, уның ҡайҙа ҡулланылыуы, ҡайһы урындарға ҡуйылыуы тураһында ла һөйләштек.

Ф. Ғөбәйҙуллинаның "Башҡортостаным флагы"шиғыры менән башлап ебәрҙек. Дәүләт символдары менән танышҡандан һуң, Башҡортостан Республикаһының гимнын тыңлап үттек. Уҡыусыларға китап күргәҙмәһе ойошторолдо һәм байҡау яһалынды.

Артабан сарабыҙҙы күңелле уйындар менән дауам иттек. Мәҡәлдәрҙе дауам итергә, йомаҡтар сисеү, викторина һорауҙары, кроссворд эшләү, "Кем тиҙерәк" хәрәкәтле уйындарҙа ла балалар бик ихлас ҡатнаштылар. Сара аҙағында Б.Бикбайҙың "Туған тел"шиғырын уҡып һәм ятлап флешмоб менән тамамланыҡ.

Дополнительная информация

Прочитано 84 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии