Четверг, 28 мая 2020 12:42

Литературно-поэтический онлайн-вечер «Творческое сияние»

Автор 
Оцените материал
(0 голосов)

Билдәле балалар яҙыусыһы,Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы,Гөлсирә Мазһар ҡыҙы Шафиҡованың "Ижад балҡышы" тип аталған әҙәби - шиғри онлайн - кисә шағирәнең 65 йыллыҡ юбилейы айҡанлы үткәрелде. Сара З. Биишева һүҙҙәренә яҙылған «Хәйерле көн» йыры менән асылды.

Иң беренсе шағирәнең биографияһы,ижад юлы тураһында һөйләп үткәс,уның китаптарына байҡау,танышыу башланды.Беҙҙең китапхана ла яҙыусының балалар һәм өлкәндәр өсөн яҙылған шиғри йыйынтыҡтары бар."Аҙашҡан көн"исемле шиғырҙар йыйынтығы 1998 йылда Өфө китап нәшриәтендә сығарылған.Был китабында автор уҙенең тыуып үҫкән тыуған еренә,тәбиғәткә һөйөүе тураһында һөйләй,геройҙары үҙенең балаларына арнала. Артабан "Йондоҙло хыял" исемле китабына виртуаль сәйәхәт ҡылынды. Шағирәнең бик күп шиғырҙары уҡылды."Алһыуланған аҡ болот" исемле шиғырҙар йыйынтығынан башҡорт балалар баҡсаһындағы тәрбиәләнеүсе кескәй дуҫтарыбыҙ уҙҙәренең күстәнәстәре менән ҡыуандырҙы. Баязитова Асия (3 йәш) "Бәпембә", Асылбаева Розалина "Тылсымлы һүҙ"шиғырҙарын матур итеп һөйләнеләр. Шулай уҡ тәрбиәселәр Салихова Зульфия м. "Йомшаҡ мендәр","Сирле теш" шиғырҙарын,Рамазанова Эльвира М. "Солтан һәм Суртан" әкиәтен һөйләп ишеттерҙеләр. Н.Ғәләүетдинова "Төҫтәр"шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ә автор Гөлсирә Мазһар ҡыҙы Шафиҡова башҡарыуында (аудиозапись - ватсап аша) Еңеү көнөнә арналған шиғырҙары яңғыраны.Белорет лицей -интернаты ла ситтә ҡалманы.2 класс уҡыусыһы Абдуллина Гульшат "Минең шаян эшләпәм" исемле шиғырын матур итеп яттан һөйләп күрһәтте.Шулай уҡ "Д. Юлтый китапханаһы" төркөмөндә булған оөлкән быуын китап һөйөүселәребеҙ ҙә бик әүҙем ҡатнаштылар, балалар ижадына арналған шиғыр,әкиәттәре менән таныштырып үттеләр. Ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ яҙыусы Ф.Вәлиуллинаға,З. Үтәғоловаға , АғинәйҙәребеҘ Хәлиҙә Бакироваға ,Бибисара Йәнгәрәеваға (үҙе яҙған "Атайыма" шиғырын уҡыны). Етәксебеҙ Ф.Шакирова шағирәнең бик күп шиғырҙары менән таныштырып үтте. Бик матур итеп журналист Зилә Абзалова Гөлсирә Шафикова менән танышыу, осрашыу иҫтәлектәре менән бүлеште. Лицей - интернат тәрбиәсеһе Зыкрина Ә.Б. "Был минең тыуған ер" исемле шиғырҙы тасури уҡып ишеттерҙе. Шулай итеп, яҙыусы Гөлсирә Шафикованың юбилейына арналған онлайн - кисә бөтә китап һөйөүселәргә бик оҡшаны. (https://vk.com/id209930841)

Дополнительная информация

Прочитано 74 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии