Среда, 08 июля 2020 12:35

Онлайн-обзор праздничной выставки "Дружная семья - достояние страны", викторина

Автор  Телямбитова З., библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

8 июлдә Изге Петр һәм Феврония, Муром мөғжизәләр тыуҙырыусы хәтер көнөндә Рәсәй Федерацияһында ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ошо байрам юғары әхлаҡи ҡиммәтәрҙе раҫлауға һәм ғаилә институтын нығытыуға өндәй. 

Ғаилә-кеше тормошоноң таянысы.Ул үҙенең ағзаларын юғары баһа менән тәьмин итеүсе төркөм. Ғаилә кешегә ата-олатайҙарының үткәнен төшөнөргә,үҙенең этник төркөмөн,донья тел картинаһы менән сағыштырып,тел аңын булдырырға,тимәк,тулы хоҡуҡлы ағза булырға ярҙам итә.Ғаилә-ул беҙҙең өй,ата-әсә,олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ошо байрам уңайынан Д.Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһында "Бөтә нәмә ғаиләнән башлана" исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.Был күргәҙмә журналдар,китаптар,ғаилә байрамдары,ғаилә тураһында мәҡәлдәр,шиғырҙар менән байытылды. 

Илебеҙҙә бәхетле ғаиләләр бик күп.2008 йылдан алып билдәләнгән был матур байрам айҡанлы дәртле,уңған, йәш ғаиләләр,тәрбиәле балалар үҫтереп,күптәргә өлгө булған йәш,матур парҙар йәшәй Белорет ҡалаһында. Шундайҙарҙың береһе:Гөлфиә һөм Наил Мухаметдиновтар,Зөлфиә һәм Иршат Сәлиховтар, Гүзәл һәм Фәнис Хөсәйеновтар , Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Альбина һәм Ринат Һағынбаевтар. 
Эйе,был йәш ғаиләләр һәр яҡлап күркәм,өлгөлө,батыр ҙа, матур ҙа.Барлыҡ ғаилә ағзаларына ҡарата һөйөү һәм ихтирам тойғолары тәрбиәләп,ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап,һау-сәләмәт балалар үҫтереп,һәләтле шәхес тәрбиәләү  уларҙың  бурыстары. 

"Күңелле ғаилә викторинаһында" төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр,ғаилә тураһында мәҡәлдәр,шиғырҙар һөйләп уттеләр.Был эштәр телефон системаһында,әңгәмә формаһында барҙы.Ә иң ҡыҙыҡлыһы- йәш ғаиләләрҙең күңелле һәм файҙалы ялдары менән уртаҡлашыуҙары булғандыр. Бөгөнгө байрам уңайынан барлыҡ матур ғаиләләрҙе ҡотлап,тыныслыҡ һәм татыулыҡ,сәләмәтлек,ғаилә бәхеттәре теләп ҡалабыҙ. 

Страница вКонтакте

 

Дополнительная информация

Прочитано 75 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии