Четверг, 27 августа 2020 09:02

"Әҙәбиәт - йөрәк менән эшләү"тип аталған тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте

Автор  Шакирова Ф. А., главный библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

Ташты ярып сыҡҡан шишмә кеүек,
Яңғыратып ҡала урамын,
Йөрәктәрен наҙлап кешеләрҙең,
Моң ағыла,
Беҙҙең тыуған моң! (Марат Кәбиров)

Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусыһы Марат Рәфил улы Кәбиров 23 августа үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Шул уңайҙан беҙ "Д. Юлтый исемендәге китапхана" группаһындағы китап һөйөүселәрҙе М. Кәбировтың тормош юлы һәм ижады менән танышытыру маҡсатында "Әҙәбиәт - йөрәк эше" тип аталған тыуған яҡты өйрәнеү сәғәтенә саҡырҙыҡ (ватсап аша). Марат Кәбиров 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы, ә 2009 йылдан Татарстан Республикаһы яҙыусылар Союзында ағза булып тора. Китап һөйөүселәребеҙҙе уның тормош юлы менән таныштырғас, яҙыусының беҙҙең китапханала булған берҙән - бер "Өҙәңгегә баҫҡан саҡ" тип аталған китабына байҡау яһалды, бик күп шиғырҙары уҡылды. М. Кәбировтың бик күп китаптары Ҡазан ҡалаһында сығыу сәбәпле, уның китаптарын уҡырға теләүселәргә китаптар теҙмәһен тәҡдим иттек. Уның әҫәрҙәре миф, фантастика, реаль ижтимағи - тарихи ысынбарлыҡты сағылдыра. Фантастик әҫәрҙәре бик күп, уларҙы уҡығанда икһеҙ - сикһеҙ мажаралар донъяһына инеп китәһең. Марат Кәбировтың күп кенә хикәйәләрен Башҡортостанда татар телендә сыҡҡан "Толпар" журналында ла уҡырға мөмкин.

Һуңғы ваҡытта ул тик профессиональ яҙыусылыҡ менән шөғөлләнә, бик күп шиғырҙар, хикәйәләр, повестар, романдар, йырҙар авторы.

Статья вКонтакте

 

Дополнительная информация

Прочитано 33 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии