Четверг, 01 октября 2020 05:20

"Рәсәй даны күпере" үҙенең эшен дауам итте...

Автор  Шакирова Ф. А., главный библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

"Рәсәй даны күпере" тип аталған Региональ-ара библио-марафондың «Белорет- Өфө - Брянск- Орел -Курск- Белгород - Шахты - Өфө - Белорет" маршруты буйлап үткәрелгән 4-се туры ла Силәбе, Брянск өлкәһенән, Башҡортостандан Өфө ҡалаһынан, Хайбулла, Учалы, Ҡырмыҫҡалы, Белорет райондарынан, Белорет ҡалаһынан  китапхана хеҙмәткәрҙәренең (бөтәһе 32 кеше) берҙәм ҡатнашыуы менән 19 - 26 сентябрҙә үтеп тә китте. Был патриотик юнәлештәге турҙы Белорет Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре директоры Р. Ғ. Мөхәмәҙиев менән тормошҡа ашырҙы. Был ҙур сара Рәсәйҙең Дан һәм иҫтәлек йылына,  112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының атаҡлы генерал - майоры,  Рәсәй Геройы М. Шаймуратов,  Советтар Союзы  Геройы Серебренников А. Г. иҫтәлегенә арналынды һәм төрлө юнәлештәге башҡа күп маҡсаттар ҙа ҡуйылды, ҙур ҡан ҡойолған бәрелештәр булған ерҙәрҙә булып, һәйкәл, мемориалдарға сәскәләр һалыу, геройҙар иҫтәлегенә баш эйеү, шул иҫәптән "Донбасс балаларына" тип аталған акцияла ҡатнашыусылар бүләк иткән китаптарҙы урынына тиклем алып барып еткереү һәм тапшырыу маҡсат булып торҙо. Шулай уҡ Брянск, Орел, Курск, Белгород, Шахты ҡалалаларындағы китапханаларҙа булып, уларҙың эштәре менән танышыу һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу торҙо.

Шулай итеп, 19 сентябрь көндө Силәбе өлкәһенең Чебаркуль ҡалаһынан, Учалы, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Хайбулла райондарынан, Белорет ҡалаһы һәм Белорет районынан йыйылған китапхана һәм башҡа өлкәлә эшләүселәр Өфө маршрутында юлға сыҡты, Өфөлә Ә. З. Вәлиди Милли китапханаһында регистрация үтеп, 16.00 сәғәттә Өфө-Брянск маршрутында ҡуҙғалдыҡ. Оҙон 1670 км юл үтеп, Брянск ҡалаһына килеп етеп,гостиницаға урынлашҡас, иртә менән Брянск өлкәһенең Ф. И. Тютчев исемендәге ғилми күп яҡлы (универсаль) китапаханаһында Рәсәй китапханаһы ассоцияцияһының ауыл китапханалары секцияһының рәйесе, ошо китапхананың бер бүлеген етәкләгән Бондарева Светлана Ивановна һәм башҡа хеҙмәткәрҙәре яҡты йөҙ менән беҙҙе ҡаршы алдылар. Пандемиянан һаҡланыу сараларын ҡулланып, китапхана буйынса бик фәһемле экскурсия үткәрҙеләр, бөтә бүлектәрҙә булып, бай фонд менән  таныштыҡ, тәжрибәләр менән уртаҡлаштыҡ. Партизандар майҙанында һалдаттар һәм партизандар һәйкәленә сәскәләр һалғас, Почеп ҡалаһына йүнәлдек, ауыл - ара Үҙәк китапханала осрашып, был китапхана тураһында күп мәғлүмәт алдыҡ. Почеп районының Красный Рог ауылында булып, танылған рус яҙыусыһы А. К. Толстойҙың Әҙәби - меморила музейында булыу шатлығына ирешетек. Шул таклем иҫтә ҡалыусы ваҡиға булып Брянщинала Пратизандар аҡланы булды, тип әйтһәм дә, бик дөрөҫ булыр ине. Был аҡланға аяҡ баҫыу менән күҙҙәрҙе йәш баҫа: иң беренсе - Ҡайғы стенаһы, бында инде 8 меңдән ашыу кеше исеме яҙылған да инде, яуҙа үлгәндәрҙең кәүҙәләре табылыу менән, был стенала яңы исемдәр барлыҡҡа килә. Был аҡланда һуғыш ваҡытындағы һәм хәҙерге ваҡытта ҡулланылған танктар, тракторҙар, төрлө һуғыш ҡоралдарынан күргәҙмәләр эшләнелгән, партизан землянкаларында ла булдыҡ. Экскурсияны алып барыусыны күҙ йәшһеҙ тыңлау мөмкин түгел ине...    

Брянск ҡалаһында эштәр бөткәс, бер нисә китапхананан  хеҙмәткәрҙәр Бондарева С. И. менән "Рәсәй даны күпере"нә ҡушылып, беҙҙең менән юлды дауам иттеләр.

22 сентябрь көндө беҙ Орел һәм Курск ҡалаларында булдыҡ, һәр ҡайҙа ла шул тиклем матур ҡаршы алдылар. Орел ҡалаһында И. А Бунин исемендәге күп яҡлы ғилми китапхана хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, улар беҙгә үҙҙәренең эше тураһында һөйләнеләр, иҫтәлекле китаптар бүләк иттеләр, "Орел ҡанаттарын йәйҙе" тип аталған бик матур музыкаль - тыуған яҡты өйрәнеү этюдын күрһәттеләр, әҙәби - документаль күргәҙмәләр,112- се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән бәйләнгән мәғлүмәттәр менән таныштырҙылар. Теләүселәр #buninka_Страница памяти" тип аталған сеть акцияһында ҡатнаштылар, үҙҙәренең һуғышта ҡатнашҡан туғандары тураһында һөйләнеләр. Генерал Л. Н. Гурьевтың һәйкәленә сәскәләр һалғас, Орелдың үҙәк урамында экскурсияла булдыҡ. Күп тә тормай, Курск өлкәһенең хәрби Дан ере булған Поныровск районына ҡарай юл тоттоҡ. Беҙҙе «Тыныслыҡ фәрештәһе" тигән мемориаль комплекс эргәһендә Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Н. И. Зиновьева, ҮКС (ЦБС) директоры Е. В. Бирюкова ҡаршы алдылар.   Был "Курск дуғаһының төнъяҡ фасының геройҙарына" тип исемләнгән Мемориаль комплекс. Туғандаш ҡәбер (бртаская могила) 1943 йылда барлыҡҡа килгән. Комплекс составына "Тепловск бейеклектәре" монументы һәм "Тыныслыҡ фәрештәһе" мемориал комплексы керә.

Курс дуғаһында барған һуғыш тарихынан билдәле булыуынса, был ерҙәрҙә иҫ киткес ҡан ҡойошло һуғыштар булған, ҙур юғалтыуҙар, алға барыу бик яй барыу сәбәпле немец командованиеһы Поныри районына төп һөжүмде юнәлткән. Кешенең танктарға ҡаршы һөжүмгә ташланыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын...һәм ҡурҡыныс. Шуның өсөн дә, моғайын, Рәсәйҙәге иң күп һуғыш ҡәберҙәре, һәйкәлдәр, мемориалдар ошо ерҙәрҙәлер!   Ошо Поныровск районында ғына 56 һәйкәл һәи иҫтәлекле билдәләр, 57 Туғандар ҡәберлеге барлығын  белдек.

Ольховатка ауылына барып еткәс, мемориал эргәһендә митинг үткәрелде, бында һуғыш башланыу менән ауыл больницаһын госпиталь итеп эшләп, яралыларға беренсе ярҙамды күрһәткәндәр, ошо тирәлә үк үлгәндәрҙе ерләгәндәр. Ошонда туғандаш ҡәберҙә меңдән артыҡ кеше ерләнгән, улар араһында 8 Советтар Союзы Геройы барлығы билдәле. Белорет районы военкоматынан фронтҡа киткән А. Г. Серебренников ошонда ерләнгән, Беҙ мемориалға сәскәләр һалып, бер минутлыҡ тынлыҡ менән уны иҫкә алдыҡ, уның улынан сәләм еткерҙек, Белорет 17 -се гимназияһы һәм Белорет районы Үрге- Әүжән мәктәбе әҙерләгән материалдар тапшырҙыҡ.  

Курск ҡалаһында балалар яҙыуысһы Е. Носов исемен йөрөткән яңы быуын китапханаһын да күреү бәхетенә ирештек, Эйе, был китап һаҡлау үҙәге генә түгел, ә бик бай китап фонды һәм яңы технологияның берләшеүе.  Китапхана үҙенең дизайны менән, яңы технологиялары менән үҙенә тартып тора.  Китапхананы асыу тарихы менән таныштырҙылар, йыл аҙағына тиклем тағы ла бер филиал буласағы тураһында шатланып һөйләнеләр, шулай ук китапхана ла "Донбасс балаларына китаптар" акцияһына ҡушылып, беҙҙең аша бүләктәрен тапшырҙылар.Артабан инде Н. Н. Асеев исемен йөрөткән Үҙәк ғилми китапхана менән таныштыҡ, иҫ китмәле ҙур, яҡты, киң залдар бик зауыҡ менән эшләнелгән, хеҙмәткәрҙәре төрлө проекттар менән таныштырҙылар.  

 Ҙур мәғлүмәттәр алып, юлыбыҙҙы дауам иттек. Ошо көндө үк Белгород ҡалаһына килеп урынлаштыҡ, ә итрәгәһен алдан күҙ уңында тотолған Прохоровка поселогына юл алдыҡ. Был ерҙә Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә иң ҙур танк һуғышы үткән. Был турала "Рәсәйҙең 3 -сө хәрби яланы" культура - тарихи үҙәгендә экскурсияны алып барыусы бик ентекле итеп һөйләне. Музей экспозицияһы 5 мең кв.м майҙанлы булған бинаны биләй. Тыш яҡтан ҡарағанда был бина дуғаны хәтерләтә. Был - бөтә Рәсәй буйынса танылған Прохоровкалағы танк һуғышына арналған музей. Иҫ китмәле тарих, һуғыш тарихы... Музей территорияһында бөтәбеҙ ҙә йыйылышып, үҙебеҙҙең тыуған ерҙән килтерелгән, һуғыш яландарында ятып ҡалғандарға беҙҙән рәхмәт һүҙе булһын тип, Урал ҡыуаҡлыҡтарын ултырттыҡ. Был музей тураһында "Рәсәйҙең 3 -сө хәрби яланы" тип аталған киң йөкмәткеле китап бүләк иттеләр. Шулай уҡ тағы ла бер Еңеү һәйкәле - Прохоровка яланында төҙөлгән Звонница (Ҡыңғырау) эргәһендә лә булдыҡ. 

"Прохоровск яланы" музейының бер өлөшө булып торған Н.И.Рыжков исемендәге ғилми - тарихи китапханана тураһында ла һөйләп китергә кәрәк. Бөгөнгө көндә китапхана 75 мең том тәшкил итә. Был китапхананың уникаллеге шунда: фонд айырым кешеләрҙең, китап нәшриәттәре, организациялар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре көсө менән тулыландырыла.Бик һирәк осрай торған китаптарҙы тик ошо китапханала ғына күрергә була.Фонда Белгород өлкәһенең губернаторы Е. Савченко, Белгород һәм Староскольск метрополиты Иоанн, Дәүләт Думаһы депутаттары, предпринимателдар, яҙыусылар, "Прохоровское поле" тип аталған әҙәби - патриотик уҡыуҙар лауреаттары бүләк иткән китаптар күп, ә иң ҡәҙерлеһе - Рәсәй Президенты В. В. Путин үҙенең ҡултамғаһы менән бүләк иткән китап.  Тағы ла сит ил, Белоруссия, Армения, Азербайджан, Казахстан вәкилдәренән дә бик күп китаптар бүләк ителгән. Ошонда уҡ һирәк осрай торған китаптар музейы ла ойошторолған.         

Ҙур тәьҫораттарға бирелеп, беҙ тағы ла күберәк мәғлүмәттәр алыу маҡсатында Белгородтың күп яҡлы (универсальный) ғилми китапханаһына килдек, шулай уҡ бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдыҡ.

Был сараларҙан һуң Брянск ҡалаһынан беҙҙең марафонға ҡушылған китапхана хеҙмәткәрҙәре, Белгород менән һаубуллашып, сәйәхәтебеҙҙең һуңғы пункты булған Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһына барып еттек.  Маршрутыбыҙ Луганск, Донецкка тиклем ине, әлбиттә.   Луганск өлкәһенең Петровское ҡалаһына барып етеп, Рәсәй Геройы, генерал - майор М. Шаймуратовтың ҡәберенә сәскәләр һалып тыуған иленән сәләмдәр еткерергә ине беҙҙең маҡсат. Петровское ҡалаһында 22- се һанлы мәктәпкә М. Шаймуратов исеме бирелеп, уның исеме мәңгеләштерелгән дә инде.    Эйе, ҡайһы бер билдәле   сәбәптәр арҡаһында беҙгә маршрутты саҡ ҡына үҙгәртергә тура килде. Ләкин Шахты китапхана хеҙмәткәрҙәрен беҙҙең бөтә теләктәребеҙҙе лә Петровское ҡалаһына еткереүҙәрен һораныҡ. Ә Шахты ҡалаһы ул - шул уҡ Донбасс, тик Көнсығыш. "Рәсәй Даны күпере"ндә ҡатнашыусылар А. С. Пушкин исемендәге үҙәк һәм Н. К. Крупская исемендәге балалар китапханаларында тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында булдылар, ҡаланың тарихи өлөшө булған Т. Шевченко урамы буйлап экскурсияла ҡатнаштылар, тарихи - тыйуған яҡты өйрәнеү музейында булдылар. Был ҡалала шул тиклем ныҡ хәтерҙә ҡалғаны "Фашизм ҡорбандары" мемориалы булды. Турҙа ҡатнашыусылар мемориалға сәскәләр һалып, хөрмәтләп иҫкә алдылар. Бик күп Шахтыла йәшәүселәр дошман ҡулынан үлгәндәр. Туғандар ҡәбере булып уларға Красин исемендәге шахта шурфы тора. Фашистар һатлыҡйәндәр арҡаһында бик күп активистарҙы тотоп, ошо шахтаға ырғытҡандар. Иҫәп буйынса бында 3500 кеше тереләй ырғытылған.1975 йылда Еңеүҙең 30 йыллығына бик ҙур мемориал төҙөлгән. Шахта ҡалаһында ла һуғыш геройҙарына арналған һәйкәлдәр бик күп.

Шулай итеп, "Рәсәй даны күпере"нең 4 -се туры бик әһәмиәтле булды, бөтә ҡатнашыусылар ҙа, ҡайһы бер ҡаршылыҡтар килеп сығыуға ҡарамаҫтан, еңеп сыҡтылар, был сәйәхәттән бик ҡәнәғәт булып ҡалдылар, социаль селтәрҙәр аша беҙҙең үҙәкләштерелгән китапхана системаһы исеменә бик күп рәхмәт һүҙҙәре килә. Бөтә булған ҡалаларҙа беҙ үҙебеҙҙең бүләктәребеҙҙе тапшырҙыҡ, бигерәк тә башҡорт балы бөтәһен дә ҡәнәғәтләндерҙе. Ә инде "Донбасс балаларына китаптар" акцияһында ҡатнашып йыйылған бүләктәрҙе Шахты ҡалаһында ҡалдырҙык, улар бөтә бүләктәрҙе лә тапшырасаҡтар. Был акцияла ҡатнашыусы спонсорҙарға: предпринимателдәргә Данис Йыһаншинға, Сергей Хакимовҡа, Сергей Маркинға, Олег Симоновҡа, Эльвира Мусинаға, Резеда Сайдароваға, Руслан Сафинға, "З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенә, "Планета" магазинына, Силәбе өлкәһе йәштәр өсөн китапханаһына, Брянск, Курск өлкәләре китапханаларына беҙ бик ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! 

Статья и фото вКонтакте

Дополнительная информация

Прочитано 125 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии