Четверг, 01 октября 2020 05:40

Тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте "Киң күңелле ижадсы"

Автор  Телямбитова З., библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

Д. Юлтый исемендәге китапхана төркөмөндә, ватсап аша «Киң күңелле ижадсы" тип аталған Зөбәржәт Йәнбирҙинаның тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы, тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте  үткәрелде.  Уның ижадына арнап китапханала китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Сара башҡорт әҙәбиәтендә 60-сы йылдарҙа матур-матур шиғырҙары менән аяҡҡа баҫҡан танылған яҙыусының тормош юлы һәм ижады менән танышыуҙан башланып китте. Уның әҫәрәре араһында мөхәббәт лирикаһы, тыуған ил, тәбиғәт, ябай кешенең уй- кисерештәрен сағылдырған "Даға сыңы", "Һандал" шиғри йыйынтыҡтарына  байҡау яһалды. Ә инде балалар өсөн, уҙенең Айбулат исемле ейәненә арнап сығарылған, сағыу иллюстрациялар менән биҙәлгән "Айбулатым -ейәнем" исемле китабы барыбыҙҙы ла ҡыуандырҙы. Был кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән шиғри йыйынтыҡ менән "Тирмәкәй" исемле башҡорт балалар баҡсаһының «Йәйғор" исемле төркөмө  лә танышты. Сарала З. Йәнбирҙинаның төрлө темаларға арналған шиғырҙары яңғыраны. "Ағиҙел"журналында 1997 йылда баҫылып сыҡҡан "Беше баш"әҫәрен уҡыусыларыбыҙға тәҡдим иттек.

Эйе, ысынлап та, тыуған яғыбыҙҙың ынйылары булған талантлы яҙыусыларыбыҙ ҡыҫҡа ғүмерҙәре эсендә уҡыусы өсөн иҫ китмәле һоҡланғыс ижад ҡалдырған. Зөбәржәт Йәнбирҙинаның да бай ижады күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

Статья вКонтакте

Дополнительная информация

Прочитано 61 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии