Среда, 07 октября 2020 13:03

"Сәскә ат, тыуған Башҡортостаным": әҙәби осрашыу

Автор  Телямбитова З., библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

Башҡортостаныбыҙ матур юблейын билдәләй! Шул уңайҙан Белорет лицей-интернатының 4 синыф уҡыусылары менән берлектә «Сәскә ат, тыуған илем Башҡортостан" тип аталған, республиканың суверенитет алыуына  утыҙ йыл тулыуға  арналған сара үтте. Республикабыҙ үҙ флагын, гербын, гимнын ҡабул итте. Берҙәмлеккә, татыулыҡҡа, дуҫлыҡҡа, азатлыҡҡа әйҙәүсе символдар  менән  уҡыусыларҙы  таныштырып  үттек.  Башҡортостандың гимнын  тыңлап алғандан һуң,  Хисаметдинова  Айгүзәл, күренекле яҙыусы Зөбәржәт Йәнбирҙинаның  "Тыуған көнөң менән,республикам!"  шиғырын  уҡып  ишеттерҙе. Бай йөкмәткеле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Артабан, тыуған илебеҙҙең оло шәхестәре, талантлы шағирҙарҙың шиғырҙары яңғыраны.  Сараның икенсе өлөшөндә, балалар "Тыуған ерем - Башҡортостан" тигән викторина һорауҙарына яуап биреүҙә һәм "Башҡортостан" һүҙендәге хәрефтәрҙән исемдәр төҙөү  уйынында бик ихлас ҡатнаштылар.

Кисәбеҙҙе,Башҡортостаныбыҙҙа бер-беребеҙҙе хөрмәтләп, дуҫ йәшәргә,  ҡәҙерләргә, һаҡларға тейешбеҙ,тип йомғаҡланыҡ.

Статья вКонтакте

Дополнительная информация

Прочитано 94 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии