Суббота, 17 октября 2020 05:27

Әҙәби ҡунаҡ бүлмәһе "Серле ҡумта"

Автор  Телямбитова З., библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты, яҙыусы, шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина күркәм юбилейын ҡаршыланы. Шул уңайҙан, уның юбилей кисәһена арнап "Бала саҡ доньяһы" тип аталған шиғри - әҙәби сәғәттә Белорет лицей-интернатының 6 "А" синыф уҡыусылары ҡатнашты.  Тормош юлы һәм биографияһы менән танышҡандан һуң, бай йөкмәткеле ижады тураһында әңгәмә ойошторолдо. Фәрзәнә апайҙың шиғырҙарын белмәгән уҡыусылар бөгөн бик һирәктер. Уның шиғырҙарын дәреслектәрҙә лә, гәзит-журнал биттәрендә лә, балалар өсөн йыйынтыҡтарҙарҙа ла йыш осратабыҙ һәм бик яратып уҡыйбыҙ.

Үҙе лә, ижады ла ихлас" исемле китап күргәҙмәһендә Фәрзәнә Ғөбәйдуллинаның "Башҡортомдан батыр юк икән", "Дүртенсе мөғжизә", "Серле ҡумта», «Әсәйем ҡояш икән» исемле китаптары балаларға тәҡдим ителде һәм һәр бер китабына ҡыҫҡаса байҡау яһалды. Уның Салимов Рөстәм башҡарыуында бөтә китап уҡыусыларыбыҙ яратып өлгөргән "Башҡортостаным флагы" шиғыры яңғыраны, ә инде туған телебеҙгә, туған еребеҙгә дан йырлаған шиғырҙарын Салахова Арина һәм Мухамедьянова Илүзә тасури уҡып ишеттерҙеләр. Сара барышында күп кенә ҡыҙыҡлы әкиәттәренә, фәһемле хикәйәләренә туҡталып үттек, балалар һорауҙарға ла бик әүҙем яуап бирҙеләр.

Эйе, ысынлап та, балалар яҙыусыһы Ф. Ғөбәйҙуллинаның кескәйҙәр доньяһын йөрәге менән тойоуы, күңел торошон яҡшы аңлауы хикәйәләрендә сағылыш таба. Шуға ла бөгөнгө кисәбеҙҙә уның сағыу тышлы матур китаптарында сыкҡҡан бик йөкмәткеле хикәйә, әкиәттәре, шиғырҙары һәр беребеҙҙе әкиәтле бала саҡҡа алып ҡайтты. 

Статья вКонтакте

Дополнительная информация

Прочитано 51 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии