Четверг, 22 октября 2020 13:23

Виртуальное путешествие «Шкатулка с секретом»

Автор  Телямбитова З., библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты, балалар яҙыусыһы, шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина бик матур юбилейын билдәләп үтте. Шул уңайҙан, "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһының мәктәпкәсә йәштәге әҙерлек төркөмөндә "Серле ҡумта" исемле китабына "виртуаль сәйәхәт" ойошторолдо.

Ф. Ғөбәйҙуллинаның "Серле ҡумта" китабы 2001 йылда баҫылып сыҡҡан, мәктәпкәсә йәштәге һәм төрлө класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән әҫәрҙәре тупланған.

Әкиәттәр, әкиәттәр,
Ул ысын була икән,
Серле ҡумтаның эсе
Тылсымға тулһа икән...

Ф. Ғөбәйдуллинаның ошондай шиғыр юлдары менән башлап  башлап ебәрелде сара.   Кескәй дуҫтарыбыҙҙы балалар өсөн яратып уҡылған "Энәле тун" исемле әкиәте менән таныштырҙыҡ. Әкиәт буйынса һорауҙарға бик төплө итеп яуап бирҙеләр, фекер алыштыҡ. Бик оҡшаны балаларға был әкиәт, сөнки ул дуҫ - татыу булырға өйрәтә.

Башҡортса уҡып өйрәнәм
"Мәктәбем, әсәм, атам",
Туған телем, һинең аша
Илгә һөйөүем арта.

"Ә шул телдән яҙһам,ни эшләр инем?- тигән мәғәнә һала шиғырҙарына яҙыусы. Туған телебеҙгә, туған еребеҙгә дан йырланған шиғырҙары, ҡыҙыҡлы йомаҡтары, хайуандар доньяһына арналған шиғырҙары менән таныштыҡ. Ысынлап та, Ф. Ғөбәйдуллинаның ижады китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙҙы ысын илһөйәрҙәр, тоғро дуҫтар булып үҫергә булышлыҡ итә.

Статья вКонтакте

Дополнительная информация

Прочитано 19 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии