Бөйөк Ватан һуғышы осорон һүрәтләгән "Аҡ тирәктәр" исемле хикәйәһенең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән танышҡандан һуң, Ғилманова Элина хикәйәнән өҙөк уҡып ишеттерҙе. Һүҙ был хикәйәнең төп геройы Ҡотлоғужа ҡарттың яу яланында ятып ҡалған өс улының яҡты иҫтәлегенә, "Хафиз" быуаһы эргәһендә тирәктәр ултыртыуы хаҡында бара. Уҡыусылар бик ихлас тыңлап, фекер алышҡандан һуң, яҙыусының ижадына арналған викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Ябай хеҙмәт кешеләренең эске доньяһын, тыуған төйәгеңә һөйөү, тоғролоҡ темаларын һүрәтләгән әҫәрҙәренең береһе "Тыуған яҡҡа ҡайтыу" китабына, повестарына, хикәйәләренә, драма әҫәрҙәренә байҡау яһалды. Уҡыусылар "Тыуған яҡҡа ҡайтыу" китабы менән тулыһынса танышырға теләк белдерҙеләр, шул айҡанлы буш ваҡыттарында класс менән уҡыһындар өсөн китап тәрбиәселәре Әлфиә Барый ҡыҙына тапшырылды.