Пятница, 15 января 2021 11:52

"Башҡорт яҙыусылары - балаларға" тип аталған яңы китаптарға байҡау сәғәте

Автор  Телямбитова З. Я., библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

Д. Юлтый исемендәге китапханала яңы килгән башҡорт яҙыусыларының балалар өсөн яҙған китаптарына онлайн байҡау сәғәте Вк платформаһында үткәрелде. Сарала күренекле шағирә Ф. Туғыҙбаеваның "Һандуғастың Тыуған иле" исемле китабы менән таныштырып киттек. Балалар фольклорына ғына хас булғанса, уның шиғырҙарында тәбиғәт тә, балалар ҙа, тереклек доньяһы ла гел йәнле хәрәкәттә, шаулап, уйнап - көлөп тора. Шағирәнең был китабынан " Туған телем" шиғыры уҡып ишеттерелде. Факиһа Туғыҙбаева күбеһенсә кескәй дуҫтарыбыҙға ғәзиз туған телебеҙҙең бөтөн матурлығын аңлата, Тыуған ил, балалар доньяһы, темаһы, ғаилә кеүек изге төшөнсәләр менән таныштыра.

М. Ғәйфуллинаның " Минең оло доньям исемле китабына ла ҡыҫҡаса байҡау яһалды. Был китап эсендә мауыҡтырғыс әкиәттәр, балалар өсөн шиғырҙар, хикәйәләр урын алған. Китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ бик ихлас яратып уҡыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Әлбиттә, китапханаға килеп өлгөргән яңы китаптар менән бөтәһе өҫтөндә лә эш алып барырға тырышабыҙ.

Статья вКонтакте

Дополнительная информация

Прочитано 83 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии