Четверг, 21 января 2021 05:36

Литературно-поэтическая встреча «Поэт Галимов Салям»

Автор  Телямбитова З., библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

19 ғинуарҙа, күрнекле башҡорт шағиры, журналист һәм ғилми хеҙмәткәр Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған «Ялҡынлы шағир» исемле әҙәби – шиғри осрашыу ватсап платформаһында "Д.Юлтый исемендәге китапхана" группаһында үткәрелде. Шағирҙың ҡыҫҡа ғына булған тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды. Уҡыусыларыбыҙ уның ошо 28 йыл ғүмерендә быуаттарға һыймаҫ эштәр эшләп өлгөрөүе, туған халҡына аҫыл әҙәби гәүһәрҙәр васыят итеүе, ғүмере лә үтә ҡырҡыу, боролошло заманға тура килеүе тураһында тулы мәғлүмәт алдылар. Артабан ялҡынлы шағирҙың, киң билдәле һәр укыусыға таныш булған, “Республика иртәһе”, “Поезда булған ваҡиға”, “Үкенесле юл” шиғырҙары яңғыраны. Төркөмөбөҙҙең иң актив ҡатнашыусыһы Абзалова З. М. шағирҙың иҫтәлектәрен, Әхмәр мәҙәниәт йорто етәксеһе Хәмзин Н. Ғ.” Поезд китте” шиғырын, Белорет лицей- интернаты тәрбиәсеһе “Барлау” балладаһы менән таныштырып киттеләр, китапхана хеҙмәткәрҙәре бик күп шиғырҙар менән сараға ҡушылдылар. Төрлө йылдарҙа сыҡҡан һайланма әҫәрҙәр йыйынтыҡтарына, Ғ. Сәләмдең һәм М. Хәйҙең 100 йыллыҡ юбилейҙарына сығарылған йыйынтыҡҡа байкау яһалып, шиғриәтебеҙ шоңҡары А. Игебаевтың “Яҙмыш хаҡында урау - урау “китабынан иҫтәлектәр уҡылды. Башҡорт поэмаһының үҫеш юлдарын «Шоңҡар», «Бала», «Йылдар аша», «Өс йыр», әҫәрҙәренән күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Был поэмаларҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән таныштырғандан һуң өҙөктәр уҡылды.Бөтә китап уҡыусыларыбыҙға Ғәлимов Сәләмдең бөтә күңелен биреп яҙған шиғырҙарын, поэмаларын уҡып сығырға тәҡдим итәбеҙ һәм китапханабыҙға саҡырабыҙ.

Дополнительная информация

Прочитано 76 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии