Четверг, 21 января 2021 13:50

Литературно-исторический вечер-посвящение «Живое дыхание истории»

Автор  Забирова А., библиограф филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

«Тарихтың тере һулышы» исемле әҙәби - тарихи кисә - бағышлау
Яныбай Хамматов оҙайлы йылдар буйына бөтә ижтиһадын биреп, илһамланып ҡәләм тибрәткән, үҙенең намыҫлы хеҙмәт дандарын тауҙай күтәргән арҙаҡлы кеше ул. Башҡортостан Республиканың Салауат Юлаев исемендәге, М. Аҡмулла, К. Әхмәтйәнов исемендәге премиялары лауреаты, яҙыусы Яныбай Хамматовтың китаптары «Бөртөкләп йыйыла алтын» үҙенең 55, «Аҡман-тоҡман» - 50 һәм «Карьера» -15 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләү уңайынан «Тарихтың тере һулышы» исемле әҙәби - тарихи кисә - бағышлау үткәрелде. Сара китапхананың "Д. Юлтый исемендәге китапхана" төркөмөндә Ватсап платформаһында үтте.

Китап уҡыусылар Яныбай Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Башҡортостандың Белорет районы Исмаҡай ауылында тыуыуы, Инйәр урта мәктәбендә уҡып, йәйге каникулда Әүжән приискыһында алтын йыуыуы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы, орден һәм миҙаладар менән наградланыуы тураһында мәғлүмәт алдылар. Пенталогияның тәүге ике китабы – «Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман» ВЦСПС - тың һәм СССР Яҙыусылар союзының премияһына лайыҡ булыуы, унан һуң бер - бер артлы «Йәшенле йәй», «Юрғашты», «Руда» романдары баҫылып сығыуын, 1994 йылда пенталогия Республиканың Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ булыуын, артабан «Йондоҙҙар нисек ҡабына», «Тыуған көн», «Башҡорттар ките һуғышҡа», «Һырдаръя», «Ҡара яу», «Салауат», «Башҡорт ханы», «Комбриг Мортазин» романдарын яҙыуы тураһында ла белделәр.

«Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман» романдарында алтын приискыларындағы старателдәрҙең тормошон һүрәтләүе, революцияға тиклем уларҙың михнәтле көнкүреше, ҡаршылыҡтар аша социалистик революцияға килеү юлдары хаҡында һүҙ алып барылды. Әүҙем ҡатнашыусыларыбыҙ З. Абзалова, Ф. Вәлиуллина «Урал» гәзитендә эшләгән мәлдәрендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре, хәтирәләре, иҫтәлектәре менән бүлеште, шулай уҡ Я. Хамматовтың гәзит биттәрендә баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәре, мәҡәләләренә күҙәтеү яһанылар.

Яҙыусының автобиографик китабы булған «Карьера» китабы ла быйыл үҙенең 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Китап тураһында тулы мәғлүмәт биреп үтелде, был китапты яҙыусының ҡыҙы Гүзәл Хамматова 2005 йылда, атаһы үлгәс, нәшер итеүе хәбәр ителде. Сара барышында китап уҡыусыларыбыҙ иҫтәлектәр, фотолар менән бүлештеләр, З. Сөләймәнованың, А. Игебаевтың, Ә. Аҫылғужинаның, З. Утәғолованың Я. Хамматовҡа арнап яҙылған шиғырҙары уҡып ишеттерелде.

Статья вКонтакте

Дополнительная информация

Прочитано 159 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии