Среда, 27 января 2021 10:38

«Мин гел яҙлы, йырламайса йәшәп булмай торған ерҙән…» исемле шиғри ҡунаҡ бүлмәһе

Автор  Шакирова Ф. А., главный библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

Тамара Ғәниева – шиғриәт һөйөүселәргә киң билдәле шағирә. Ҡатын – ҡыҙҙарға хас нәзәкәтлек, шаянлыҡ һәм ғорурлыҡ, әсәләрсә етдилек, иле, халҡы өсөн янып – көйөп, киләсәк тураһында уйланыусы шағирәнең ижад офоҡтары ана шулай киң.

Башҡортостандың халыҡ шағирәһе, журналист-публицист, тәржемәсе, яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәби премиялар лауреаты Тамара Ғәниеваның 70 йәшлек юбилейына арналған «Мин гел яҙлы, йырламайса йәшәп булмай торған ерҙән…» тип аталған шиғри ҡунаҡ бүлмәһе үткәрелде. Сараны китапхананың "Д. Юлтый исемендәге китапхана" төркөмөндә Ватсап платформаһында китапхана библиографы Забирова Ә. З. әҙерләп үткәрҙе.

Китап һөйөүселәр Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева 1951 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында тыуыуы, мәктәптән һуң Салауат педагогия училищеһында уҡыуы, аҙаҡтан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлауы, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт техникумында уҡытыусы булып эшләүе хаҡында белделәр. Республика телерадиокомитетында, «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире булып эшләгән йылдары хаҡында мәғлүмәт бирелде.

Тамара Ғәниева әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Уның беренсе китабы «Осрашырбыҙ әле» 1980 йылда донъя күрә. Уның шиғриәтендә эске кисерештәре лә, тормош менән бәхәс ҡорған фәлсәфәүи уйланыуҙары ла ярылып ята. Төрлө жанрҙарҙа бик әүҙем ижад итә. Бер үк ваҡытта республика баҫмаларында көнүҙәк темаларға арналған публицистик мәҡәләләр менән дә даими һәм әүҙем сығыш яһай.

2019 йылда Тамара Ғәниеваға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелеүе, шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов, Фатих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты, «Туғанлыҡ» төрки халыҡтары фестивале дипломанты булыуы тураһында тулы мәғлүмәт бирелде. Шулай уҡ донъя һәм рус әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеү буйынса емешле эшмәкәрлеге өсөн Т. Ғәниеваның 2015 йылда «Словес связующая нить» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булыуын да китап уҡыусыларға еткерҙек.

Сарала әүҙем ҡатнашыусыларыбыҙ Н. Хәмзин, З. Абзалова, Ф. Вәлиуллина, А. Ғарипова, Г. Мостафина, Йәнгәрәева Б. Ғ., Ғәлимйәнова Р.Ә, Бакирова Х. Д. шағирәнең матур – матур бик күп шиғырҙарын уҡып сараны йәмләндереп ебәрҙеләр. Интеренет селтәренән алынған Т. Ғ8ниеваның тормош һәм ижад юлына арналған һәм рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙарын Башшҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина уҡыған видеояҙма уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителде. Сара барышында Әлфиә Закир ҡыҙы Т. Ғәниеваның китапхана фондында булған китаптарына байҡау яһаны һәм уҡырға тәҡдим итте.

Статья вКонтакте

Дополнительная информация

Прочитано 125 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии