Четверг, 28 января 2021 07:54

“Һаулыҡ- бәхет сығанағы” тип аталған һаулыҡ сәғәте

Автор  Шакирова Ф. А., главный библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

2021йыл Башҡотостанда әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Шул уңайҙан, “Һаулыҡ- бәхет сығанағы” тип аталған һаулыҡ сәғәте ватсап платформаһында Д. Юлтый исемендәге китапхана төрөмөндә китапханасы Телямбитова Зилә Йәғәфәр ҡыҙы тарафынан әҙерләнеп алып барылды. Сәләмәтлек кеше бәхетенең нигеҙе, иҫәнлек - һаулыҡ булғанда ғына кеше үҙенең теләк- ынтылыштарына ирешә, йәмғиәт тормошонда актив ҡатнаша, хеҙмәттән, физик күнегеүҙәрҙән ҡәнәғәтлек ала. Китап уҡысыларыбыҙҙы сәләмәт тормош алып барыуҙың төп факторҙары менән таныштырҙыҡ, дөрөҫ туҡланыу, хәрәкәт активлығы, гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, скандинав таяҡтары менән йөрөүҙең файҙаһы тураһында тулы мәғлүмәттәр биреп үттек. Китапханабыҙҙа китап уҡыусыларыбыҙ өсөн бай йөкмәткеле, эстетик зауыҡта биҙәлгән Һаулыҡ мөйөшө менән онлайн таныштырып киттек, һаулыҡ темаһы буйынса китаптарға библиограф Закирова Ә. З. байҡау яһап үтте. Шулай уҡ, сарабыҙҙы йәмләп Белорет ҡалаһының лицей-интернатының 4 класс уҡыусылары (тәрбиәсеһе Канафина Г. Б.) һаулыҡ тураһында мәҡәл-әйтемдәр, ә 3 класс уҡыусылары (тәрбиәсеһе Тимирханова В. Н.) йомаҡтар, ҡаланың 13 һанлы мәктәбенең 4 класс уҡыусылары (уҡытыусыһы Сәғитова М.И.) һаулыҡҡа арналған шиғырҙар менән ҡыуандырҙылар. Китапханабыҙҙың иң әүҙем китап уҡыусыһы, фитнес-тренер, дәртле башҡорт блогеры Мөхәмәтдинова Г.М. сәләмәт тормош алып барғанда нисек дөрөҫ туҡланырға кәрәклеген һөйләне һәм бер нисә физик күнегеү күрһәтеп үтте, һорауҙарға яуаптар бирҙе. Үткәл ағинәйе Йәнгәрәева Б.Ғ. сәләмәтлеккә арналған йыры менән күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе. Төркөмдәге тыңлаусыларыбыҙ менән мәҡәл - әйтем уйынын да уйнап алдыҡ, иң дөрөҫ яуаптарҙы Мухаметдинова Г.М. ебәрҙе. Сара барышында һәр ваҡытта яратып эсә торған сәйҙең файҙаһы, матурлыҡҡа арналған кәңәштәр ҙә биреп үтелде. Был сәләмәтлек сәғәтенән күптәр үҙҙәренә файҙалы кәңәштәр тапҡандарҙыр, тип уйлайбыҙ. Сара барышында һаулыҡ темаһына күп кенә иҫкәрмәләр, буклеттар тәҡдим ителде. Сарала ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм һаулыҡ нығытыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән китаптар алып уҡырға китапханаға саҡырабыҙ.

Дополнительная информация

Прочитано 166 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии