Суббота, 20 февраля 2021 04:24

«Яңы китаптар менән танышабыҙ» тип аталған байҡау сәғәте

Автор  Шакирова Ф. А., главный библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

"Кем менән дуҫ булыуыңды әйтһәң, мин һинең ниндәй кеше икәнлегеңде әйтеп бирәм, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе китаптарға ҡарата ла әйтергә була. Ниндәй китаптар уҡырға яратыуына ҡарап, кешенең ниндәй булыуын, күңелеңдә ниндәй уйҙар ятканлығын әйтеп була",-тип башланы Д. Юлтый исемендәге китапхана библиографы Забирова Әлфиә Закир ҡыҙы яңы китаптарға байҡау сәғәтен. Китапханаға килгән яңы китаптар менән таныштырыу, балаларҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләү, китап уҡырға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты менән Әлфиә Закир ҡыҙы әҙерләп үткәргән сарала Белорет 6алаһының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһының «Йәйғор» төркөмө ҡатнашты.

Күренекле шағирә Фаҡиһа Туғыҙбаеваның «Һандуғастың тыуған иле» исемле йыйынтығына байҡау яһалды. Был бик үҙенсәлекле китап – башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, этнография һәм тарихты өйрәнеүсе бәләкәстәр өсөн үҙе бер энциклопедия. Китапта барыһы ла бар: шағирә кескәй дуҫтарына туған телдең бөтөн матурлығын аңлата, Тыуған ил, ғаилә кеүек изге төшөнсәләр менән таныштыра. «Күнәкле болот» исемле йыйынтығынан кескәй уҡыусыларыбыҙға Зөбәйҙә Исламова менән Зөһрә Кашапова ижадынан төрлө ҡыҙыҡлы шиғырҙар, йомаҡтар, фәһемле хикәйәләр, мауыҡтырғыс әкиәттәр, көләмәстәр тәҡдим ителде.

Мөҙәрис Мөсифуллиндың «Ҡурай иле» йыйынтығы шиғри әкиәт, әкиәттәрҙән тора. Яҙыусының һәр әҫәренең йөкмәткеһе ысынбарлыҡҡа, йәшәйешкә яҡын, аңлайышлы. Балалар менән «Төлкө менөн ҡырмыҫҡа», «Кәзә» исемле әкиәттәрен тыңлап көлөшөп тә алдылар. Шулай уҡ З. Үтәғолованың «Йәнле мунсаҡ», М. Ғәйфуллинаның «Минең оло донъям» исемле китапарына байҡау яһап, йомаҡтар ҙа ҡойоп алдылар. Яңы китаптар балаларға бик оҡшаны, бирелгән һорауҙарға ла бик әүҙем яуап биреп, матур итеп ҡатнашып ултырҙылар бәләкәс китап һөйөүселәребеҙ.

Статья вКонтакте

Дополнительная информация

Прочитано 119 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии