Суббота, 20 февраля 2021 04:28

Әңгәмә «Теле барҙың иле бар, иле барҙың - даны бар»

Автор  Шакирова Ф. А., главный библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

Әсә теленә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү, башҡорт телен үҙ нәфислегендә һаҡлау маҡсатында Д. Юлтый исемендәге модель китапхана ла саралар йыш үткәрелеп тора. Һәр халыҡтың ғөрөф - ғәҙәтен, йолаларын, йыр - моңдарын, ауыҙ - тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль- Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителгән.

Ошо Халыҡ - ара туған көнгә, бай тарихлы, йырлы - моңло телебеҙҙең матурлығына арнап, Белорет лицей - интернатының 3, 4 синыф уҡыусылары менән китапханасы Зилә Йәғәфәр ҡыҙы "Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар" исемле бик урынлы әңгәмә үткәрҙе.

Доньяла һәр саҡ халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән, халыҡтың мәңге тере тарихы булған тел хаҡында китапханасы бик күп мәғлүмәт биреп үтте, уҡыусылар телебеҙ нәфислеге тураһында яҙған, башҡорт шағирҙарының шиғырҙары менән таныштылар, мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр. Балалар яҙыусыһы Р. Ураҡсинаның "Тел" шиғырын Тухбетова Элина уҡып китте. Уҡыусыларҙы туған башҡорт телен ҡәҙерләп һаҡларға, үҙ телендә матур итеп һөйләшергә, милли баҫмалар менән дуҫ булырға, башҡортса китаптарҙы күберәк уҡыу маҡсатында китапханаға саҡырып был сараны тамамлап ҡуйҙыҡ.

Статья вКонтакте

Дополнительная информация

Прочитано 113 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии