Суббота, 20 февраля 2021 12:55

"Йәгеҙ әле, малайҙар!" тип аталған уйын - конкурс

Автор  Шакирова Ф. А., главный библиотекарь филиала № 9
Оцените материал
(0 голосов)

23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Йәгеҙ әле, малайҙар" тип аталған уйын - конкурс Белорет лицей - интернатының 4 класс уҡыусылары менән (тәрбиәсеһе Канафина Г. Б.) Д. Юлтый исемендәге китапхана китапханасыһы Телямбитова Зилә Йәғәфәр ҡыҙы тарафынан әҙерләнеп үткәрелде. Китапханасы был көндөң, ысынлап та, ҡулына ҡорал тотоп, Тыуған ил именлеге һағында тороусылар, уның азатлығын һаҡлап батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәр байрамы булыуы, башҡорт халҡының борон - борондан батыр, сая рухлы яугир булғанлығы, Тыуған ерҙе, илде һөйөүе тураһында һөйләп үтте.

Артабан, уйын- конкурсҡа күсеп, "Төнгө бүреләр" һәм " Биш бөркөт" командалары "көс һынашты". Командалар капитандары үҙҙәренең девиз, йырҙары менән таныштырҙылар, малайҙар төрлө конкурстарҙа үҙҙәрен һынап ҡаранылар. "Хәрби әҙерлек", "Һорауҙарға яуап биреү", "Яралы һалдаттарҙы ташыу", "Кем тиҙерәк", "Самолет эшләп осороу", "Төймә тағыу", "Минаға баҫма" тигән конкурс этаптарында бик ҙур оҫталыҡ, зирәклек күрһәтеп, йондоҙсоҡтар йыйҙылар. Был бик әүҙем барған уйын-конкурса дуҫлыҡ еңеп сыҡты, һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға бүләктәр һәм тәмлекәстәр таратылды.

Сара аҙағында 4 класс малайҙары, буласаҡ Ватан һаҡсылары, был ҙур байрам менән ҡотланылды, киләсәктә халҡыбыҙҙың ғорурланырлыҡ улдары булыуы теләнелде. Конкурс "Шайморатов генерал" йыры менән тамамланылды.

Статья вКонтакте

Дополнительная информация

Прочитано 99 раз
Авторизуйтесь, чтобы получить возможность оставлять комментарии